

Ә бына уның иң төп үҙенсәлеге - тәмәке тартыу теләген еңергә ярҙам итеү. Бынан тыш, стевиянан бит тиреһенә битлек эшләйҙәр. Ул туҡландыра, тирене тарттыра, шыма итә. Дерматит һәм ҡара төрткөләргә ҡаршы көрәшә. Һатыуҙа ул кипкән япраҡ йә аҡ порошок һәм төнәтмә формаһында була.
Шулай уҡ "баллы үлән"де йорт шарттарында варикозды дауалау өсөн дә ҡулланалар. Белгестәр үләндән төнәтмә, сәй эшләп эсергә һәм компресс яһарға тәҡдим итә.
Стевияны күпләп ҡулланғанда йөрәк-ҡан системаһы торошо яҡшыра. Унда булған файҙалы матдәләр ҡан әйләнешен яҡшырта, тамырҙарҙағы ҡан йөрөшө туҡтауына юл ҡуймай, шешенеүҙе бөтөрә, капиллярҙарҙы нығыта, мускулдарҙағы һыҙланыуҙарҙы һәм ауыртыныуҙарҙы бөтөрә.
ИҒТИБАР! Был мәғлүмәт танышыу маҡсатында ғына бирелде. Үләнде ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Фото: dailymail.co.uk