

Бының өсөн тыуыу тураһында таныҡлыҡ (туғанлыҡты раҫлау өсөн), медицина учреждениеһында күрһәтелгән хеҙмәттәр тураһында белешмә, медицина препараттарын һатып алыу өсөн рецепт, чектар кәрәк. Бөгөнгә 150 мең һумдан иң ҙур ташлама күләме 19 500 һум тәшкил итә. Ҡиммәтле дауалау өсөн (эндопротезлау, онкология) тулы сумманың 13 проценты, хатта ул 150 меңдән артһа ла, ҡайтарыла.
Шул уҡ тәртип менән 18 йәшкә тиклемге балалар (әгәр ҙә улар көндөҙгө уҡыу формаһында белем алһа, 24 йәшкә тиклем) өсөн түләнгән һалымдарҙы ла кире ҡайтарырға була.
Документтарҙы онлайн тапшырыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн һалым түләүсенең рәсми кабинетында теркәлеп, шәхси пароль алырға кәрәк. Артабан "һалым ташламаһын алыу" бүлегенә инергә һәм инструкциялар буйынса онлайн тапшырырға мөмкин. Шулай уҡ 3-НДФЛ декларацияһын тултырып, документтарҙың төп нөсхәләре менән Федераль һалым хеҙмәтенә шәхсән мөрәжәғәт итергә лә була.
Фото: https://ya.ru/images/
https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=7393