

Болот эсендә һыу парҙары ҡуйыра. Билдәле булыуынса, был процесс өсөн ниндәйҙер тигеҙлек ҡатламы булыуы зарур. Быу һыу тамсыларына, боҙ кристалдарына әүерелә, ел менән күтәрелгән туҙан һәм сүпкә ултыра. Тамсыларҙың күләме һәм ауырлығы бик тиҙ арта, улар, болотта ҡала алмайынса, аҫҡа төшөп китә. Һыу парҙарын, туҙан киҫәксәләрен күсереү функцияһын ел атҡара, йәғни, Изге Ҡөрьән буйынса, елдәр "уңдырыш килтерә": "Беҙ уңдырыш килтереүсе елдәрҙе яһаныҡ, Күктән ямғыр яуҙырҙыҡ; шулай итеп, һеҙҙең һыуһау ихтыяжығыҙҙы баҫтыҡ, ләкин һеҙ ул һыуҙарҙы һаҡлай алмайһығыҙ" (Хижр (Хижр иле), 22).
Елдең болоттар хасил итеүҙәге роле фәндәр үҫешкәс кенә өйрәнелә. Изге аятта елдең үҫемлектәрҙе һеркәләндереү вазифаһы хаҡында ла әйтелә. Ел үҫемлек сәскәләрен һеркәләндерә, саң-һеркәләрҙе алыҫ-алыҫтарға күсерә.
https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=6214