+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
2 Июль 2025, 08:55

ЭСҺӘҢ, ЙҮГЕРЕП, ЙҮГЕРҺӘҢ, ЭСЕП БУЛМАЙ...

Әхмәр ҮТӘБАЙ: "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 455-се күҙәтеү. Бынан 22 йыл элек Шешәбикәне талаҡ әйтеп айырған саҡта миңә йүгереү ныҡ ярҙам иткәйне. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡулым менән рюмкаға үрелмәҫ өсөн йүгерә башланым. Ярҙам итте. Бәлки кәңәшем кемгәлер файҙалы ла булыр. Йүгереп эскелектән ҡотолоуҙоң механизмы шундай: ЭСҺӘҢ, ЙҮГЕРЕП, ЙҮГЕРҺӘҢ, ЭСЕП БУЛМАЙ.

ЭСҺӘҢ, ЙҮГЕРЕП, ЙҮГЕРҺӘҢ, ЭСЕП БУЛМАЙ...ЭСҺӘҢ, ЙҮГЕРЕП, ЙҮГЕРҺӘҢ, ЭСЕП БУЛМАЙ...
ЭСҺӘҢ, ЙҮГЕРЕП, ЙҮГЕРҺӘҢ, ЭСЕП БУЛМАЙ...

Йүгереүгә бәйле бер лаҡап. Беҙҙең бер дуҫыбыҙ (исемен билдәле сәбәптәр арҡаһында әйтмәйем) Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан алып Сыңғыҙхан империяһының элекке үҙәге булған Монголияға тиклем йүгереп барырға юлдаштар эҙләне, һаман да эҙләй. Беҙ уны яратып та, мәрәкәләп тә "Монгол" тип атайбыҙ. Ул был тәҡдиме менән хатта билдәле ғалимыбыҙ, философия фәндәре докторы Самат Мөхәмәтйәновҡа мөрәжәғәт иткән. "Ҡустым, мин хәҙер өлкәнәйҙем инде. Шуға күрә һиңә Асҡарға тиклем генә йүгерешә алам. Асҡарҙан ҡулымды болғап ҡалырмын", — тигән Самат ағай.

 

Автор:
Читайте нас