

—Һин ҡояш кеүекһең бит, нишләп нурыңды болот араһына йәшерәһең? Йылмайып йөрөһәң, һөйөүең үҙе һине килеп табыр...— тинем уға.
Ай ҙа үтмәне, егет яныма һыу һөлөгөндәй ҡыҙ менән килде лә: "Ағай, киленең ошо булыр!" — тип таныштырҙы. Өйләнештеләр. Сит илдә лә йөрөп ҡайттылар.
Үҙ яртыһын таба алмаусыларға кәңәшем шул: Ҡояш бул, һөйөү һине үҙе табыр!