+30 °С
Облачно
Төрлөһөнән
2 Июля 2025, 09:30

Төртмә һәм шаян йыр-таҡмаҡтар

(Совет осорондағы)   Ағиҙелдең аръяғында, Төлкө ята сирәмдә. Беҙ үҙебеҙ сибәр түгел, Ялынмайбыҙ сибәргә. ***  Аҡлы ситса күлдәгемдең, Итәктәре тар бит ул.Үҙен-үҙе әллә кемгә, Ҡуйыусылар бар бит ул.

Төртмә һәм шаян йыр-таҡмаҡтарТөртмә һәм шаян йыр-таҡмаҡтар
Төртмә һәм шаян йыр-таҡмаҡтар

Аҡбуҙаттың яҡшыһы, Ал сәскәне тапамаҫ.
Ебеп торған егеттәрҙе, Бер китап та маҡтамаҫ. 

              Аҡ ҡуяндың тәпәйен, Мамыҡ ҡына тиҙәр бит.
              Йәш ҡыҙҙарҙың уйнауын, Зауыҡ ҡына тиҙәр бит.

Аҡлы ситса күлдәгемдең, Балитәге (ос) кенә.
Бәләкәй тип хурламағыҙ, — Бандуғас та кескенә.

               Аҡлы ситса күлдәгемдең, Еңе тар, кеҫәһе бар.
               Бағынғанда барыр инем, Ағиҙел кисәһе бар.

Аҡлы ситса күлдәгемдең, Ең остары ҡаралы.
Ауыҙыңда һүҙ тормайҙыр, Тешең бигерәк аралы.

               Аҡлы ситса күлдәгемдең, Итәктәре тар бит ул.
               Үҙен-үҙе әллә кемгә, Ҡуйыусылар бар бит ул.

Аҡлы ситса күлдәгеңде, Киптерергә элдеңме?
Сандал һөртөп, миңдәр төртөп, Үптерергә килдеңме?

               Аҡ халаттар кейер инең, Аҡ халаттар эләкһә,
               һауынсыны һөйөр инең, һауынсылар эләкһә.

Аҡһаҡ, туҡһаҡ екһәк, сыҡһаҡ, Барыбыҙҙа ла пар аттар.
Үҙҙәре лә гулять иткән, Ғәйепләмәҫтәр ҡарттар.

               Ала һыйыр көйөштә, Ҡара һыйыр мөйөштә.
               Уйнамағас, ниңә килдең, Йоҡлап ятмай мөйөштә.

Ал бирәм алғандарға, Гөл бирәм алғандарға.
Йәремде подарить итәм, Йәр таба алмағандарға.

               Ал бөтмәгәндер әле, Гөл бөтмәгәндер әле.
               Һиңә нишләп ялынайым, Йәр бөтмәгәндер әле.

Алдарын да алдыңмы, Гөлдәрен дә алдыңмы?
Кеше белем алғанда, һәндерәлә ҡалдыңмы?

               Ал ҡыҙыл күлдәгеңде, Кейҙең ни, кеймәнең ни.
               Кеше менән уртаҡ йәрҙе һөйҙөң ни, һөймәнең ни.

Алма алырһың әле, Алмай ҡалырһың әле.
Күп ҡыҙҙарҙы һайлап йөрөп, Яңғыҙ ҡалырһың әле.

                 Алма бирҙем — алманың, Тәңкә бирҙем — таҡманың.
                 Түшең киреп йөрөй инең, Әллә кемде тапманың.

Алма емеш кенәһе, Хөрмә емеш кенәһе.
Күҙен асып ҡарай алмай, Кемдең байғош ҡынаһы.

                 Ал матур тигәндәргә лә, Гөл матур тигәндәргә.
                 Күктән йөрөмәй, ерҙән йөрөй. Мин матур тигәндәр ҙә.

Алма һатыусылар килгән, Грамдары бар микән?
Әжәлгә дарыу бар тиҙәр, Һағыныуҙарға бар микән?

                Алтын балдаҡ ҙур булмаҫ, Саф алтынға кер ҡунмаҫ.
                Кескәй тиеп кәмһетмәгеҙ, Аҫыл һөйәк ҙур булмаҫ.

Алтын һаплы, көмөш һаплы, Булавкам бар түшемдә.
Бер ятҡанда ике күрәм, һин йәнемде төшөмдә.

                Алъяпҡысың ал биҙәкле, Ҡояштарҙа ул нишләй?
                Һикертмә, иркәм, ҡашыңды, Кеше алдында килешмәй.

Ана килә автомобиль, Тейәгәндәр семечка.
Эш барғанда, семечка ашай,— Ул ниндәй привычка.

                Ана килә автомобиль, Тейәгәндәр табалар.
                Ҡыҙҙар эҙләп таба алмаһа, Еңгә бисә алалар.

Анау килгән машинаға, Тейәгәндәр фуражка.
Егеттәрҙең эсе ауырта, Алып барығыҙ врачҡа.

                Анау килгән машинаның. Тейәгәне ваҡ алма.
                Һауаланма, дуҫҡайым, Ваҡланыр көнөң алда.

Анау торған ултырғысҡа. Югереп барып ултыр,
һөйгән йәреңде ҡыҙғанһаң, ботоңа бәйләп ултыр.

                Ап-паҡ, ап-паҡ ҡаҙ иттәрен, Мин турайым, һин аша.
                Дошмандарҙың йөрәге янһын, Ултырайыҡ йәнәшә.

Арғы яҡта осҡан ҡаҙҙы, Бирге яҡта һанайбыҙ.
Егеттәрҙең ялҡауҙарын, Бер күреүҙә һынайбыҙ.

                 Арыҫландың яланында. Үҫә икән ҡуҙғалаҡ.
                 Беҙҙең ауыл егеттәре һыйыр кеүек ҡуҙғала.

Ата өйрәктең ҡойроғо, Кәкере-бөкөрө, тутыҡай.
Йәш ҡыҙҙарҙың бағаһы-күҙе, Хөрмә булыр, тутыҡай.

                 Атыма ла, һыйырыма ла, Сельхозналог һалынған.
                 Ҡәһәр һуҡҡыр, туҡал кәзә, Үҙе барып яҙылған.

Байҙың ҡыҙы бай кеүек, Өйрәнмәгән тай кеүек.
Ярлы ҡыҙы йәр һөйгәнгә, Йомарланған май кеүек.

                  Беҙҙең лавка, матур лавка, Һатыусыһы Миңғата.
                  Авторитете төшкән бит — Беҙҙең урамда ята.

Беҙҙең урам аҡ балсыҡ, Бата күрмә атлап сыҡ.
Ишҡол ауылы егеттәре. Бер аҙ ғына маҡтансыҡ.

                  Беҙҙең урам шуға матур, Уртаһында кәнсәләр.
                  Какой дошман, бергә йөрөгән. Иптәштәр көнләшәләр.

Беҙҙең шофер ашлыҡ ташый, Бигерәк уңған тойола.
Кузовының «эсе китә», Ашлыҡтары ҡойола.

                   Бейек тауҙың баштарында, Үҫә икән гөлйемеш.
                   Булһа, булһын йән һөйҙөргөс, Булмаһын йән көйҙөргөс.

Бейе әйҙә, бейе әйҙә, Мин әйтәйем таҡмаҡты.
Бер ваҡытта күргәнем юҡ, Һинең кеүек ахмаҡты.

                   Бер атлай ҙа бер туҡтайҙыр, Салғыны йыш туҡмайҙыр.
                   Мулдаш кеүек ялҡауҙары, Тал төбөндә йоҡлайҙыр.

Берҙе аҡтан, берҙе күктән, Берҙе кейәм ҡаранан.
Берҙе ауылдан, берҙе ҡырҙан, Берҙе һөйәм ҡаланан.

                   Берәү, икәү, өсәү, дүртәү. Дәфтәремдең биттәре.
                   Һалдат өсөн ауыр икән. Мөхәббәттең йөктәре.

Бик уңған егет Әхмәт тә, Хат яҙа һәр көн аша.
Танцевать тә итә белмәй, Ғишыҡ тотоп маташа.

                   Бишмәтемдең биш төймәһен, Ник таҡманым алты итеп.
                   Беҙ ташлашманыҡ ант итеп, Ҡауышырбыҙ ялт итеп.

Ботинкаһы, ботинкаһы, Ботинкаһы лакауай.
Бер ваҡытта ике йәрҙе. Алдап йөрөү ярамай.

                   Бригадирҙең солан тулы. Араҡы шешәләре.
                   Ниңә эшкә сыҡмай икән. Бригадир бисәләре?

Бухауай шәл, шәлме ни, Төшөп ҡалһа, йәлме ни.
Йәштән һөйгән йәрҙәреңә. Бир ҡулъяулыҡ, йәлме ни.

                   Быйыл йәйҙе ураҡ урҙым. Арыш күләгәһендә.
                   Ялҡауҙарҙың исеме булмаҫ. Маҡтау кенәгәһендә.

Ват, емер ҡоймаһын да, Юлға ҡойма ҡуймаһын.
Тыйһа, тыйһын үҙ улын, Минең ҡыҙҙы тыймаһын.

                   Дағыр-доғор арба, Үрьяҡтарға барма.
                   Үрьяҡтарҙың ҡыҙҙарын. Килен итеп алма.

Дуҫҡайым, ҡарап торам, Буйға бигерәк үҫкәнһең.
Буйға бик ҙур үҫкәнһең дә, Кәкерәйеп төшкәнһең.

                   Дуҫҡайым, билдәреңә. Быуаһың һары ҡайыш.
                   Үҙ-үҙеңде әллә кемгә. Ҡуяһың, понимаешь.

Егет егетлеген итеп, Мейес башында йоҡлаған.
Ҡыҙын төштәрендә күреп, Бесәйен ҡосаҡлаған.

                   Етеле лампа, бишле ҡыуыҡ. Ватылды, ергә төштө.
                   Уф, йөрәгем, һыу бирегеҙ, Бәғерем иҫемә төштө.

Ике ерән атым бар, Эсерергә мәкем бар.
Үҙем бәләкәй булһам да, Ҡыҙ алырға дәртем бар.

 

Автор:
Читайте нас