+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
4 Июль 2025, 08:00

ЫШАНЫС МЕНӘН ЙӘШӘЙЕК!

– Һин тылсымға ышанаһыңмы? – тип һорай Тормош бер кешенән.– Юҡ, – тип яуаплай татлы ашамлыҡтар һатыусы. – Уға тик балалар ғына ышана.– Ә мәңгелек мөхәббәт барлығына?– Юҡ, – тип яуаплай кеше. – Мөхәббәт донъяла юҡ ул. Беҙҙе тик химия ғына берләштерә, 3 йылдан һуң уның тәьҫире юғала.

ЫШАНЫС МЕНӘН ЙӘШӘЙЕК!ЫШАНЫС МЕНӘН ЙӘШӘЙЕК!
ЫШАНЫС МЕНӘН ЙӘШӘЙЕК!

– Хыялға ышанаһыңмы?
– Юҡ, сөнки алйоттар ғына хыяллана.
– Яҡшылыҡҡа ышанаһыңдыр бит?
– Юҡ, кешеләр бөтәһе лә яман уйлылар.
– Ә нимәгә ышанаһың һуң һин?

– Шуныһын яҡшы беләм: атай-әсәйҙәр үҙҙәренең балаларына тәмлекәстәр алырға аҡса бирмәй. Шунлыҡтан мин тауарымды тейешенсә һата алмайым, минең яҡшы итеп йәшәргә мөмкинлегем ҡалмай.

– Ә һин теләккә ышанаһыңмы?

– Ышанам, ләкин минең бер теләгем дә тормошҡа ашмай...
– Бахыр, – тип яуап ҡайтара Тормош, – һинең менән бер ҡасан да мөғжизә булмаясаҡ. Мәңгелек мөхәббәтеңде осратмаясаҡһың, хыялдарың тормошҡа ашмаясаҡ, кешеләрҙән бер ҡасан да изгелек күрмәйәсәкһең һәм теләктәрең дә үтәлмәйәсәк.
– Ни өсөн? – тип ҡысҡыра һатыусы.
– Сөнки тормошта нимәгәлер ышанырға кәрәк. Ышаныс – ул мөмкинлек. Мөмкинлек беҙгә йүнәлеш күрһәтә. Йүнәлеш беҙгә юлдар аса. Тормош юлдары – теләктәрҙең ғәмәлгә ашыуына килтерә.
 
 
Автор:
Читайте нас