

Артабан атлай егет. "Әгәр ҙә көшөлөгөмдә ун мең һум аҡса ятһа, ни эшләр инем икән? Әлбиттә, һыйыр һатып алып, әсәйем менән атайыма һөт эсерер инем!" – тип уйлап та өлгөрмәй, көшөлөгөнөң тағы ла ауырайғанын тоя егет. Асып ҡараһа, унда ысынлап та ун мең һум аҡса ята! "Ғәжәп хәл! – тип шатлана егет. – Ә бына көшөлөгөмдә йөҙ мең һум булһа, ни эшләр инем икән? Әлбиттә, йорт һатып алыр, өйләнер инем. Әсәйем менән атайым да беҙҙең менән яңы йортта йәшәр ине..." Шулай тип уйлау менән егет көшөлөгөн аса һала һәм унда йөҙ мең һум аҡса ятыуын күреп, шатлығынан һикереп китә.
Көшөлөгөн ябып, кеҫәһенә һалып ҡуйғас, егеттен күнелен ҡорт кимерә башлай: "Бәлки, яңы йортҡа әсәйем менән атайымды күсереп тормаҫҡалыр? Улар минең ҡатыныма оҡшамай ҡуйһа? Иҫке йорттарында йәшәһендәр, әйҙә. Ҡарт кешеләргә һыйыр тотоу ҙа мәшәҡәтле булыр, кәзә генә алып бирермен. Ул тиклем күп итеп бүләктәр ҙә алмам, минең үҙемдең өҫтө-башты бөтәйтәһе лә бар..." Ошо уйҙарынан һуң егет кеҫәһендәге көшөлөктөң ҡапыл еңеләйгәнен тоя. Тиҙ генә асып ҡарай – унда бары тик бер тин аҡса ятҡан була...