

Икенсе хәҙистә әйтелгәнсә: "намаҙ ҡылыусыға уәсүәсә итеп, "тегене иҫлә, быны иҫлә", тип намаҙын яңылыштыра башлай... ", ти.
Хәҙистәрҙә ҡайҙа ҡасып китеүе тураһында әйтелмәгән, әммә шәрех ҡылыусы ғалимдар әйткәнсә, ул аҙан тауышын ишетмәҫлек ергә - йыраҡҡа ҡаса, сөнки ул үҙенең иң яратмаған тәүхид һүҙҙәрен ишетергә теләмәй. Ишетһә, шулай уҡ, Ҡиәмәт көнөндә аҙан әйтеүсе өсөн шәһәҙәт итергә тура киләсәк бит, сөнки аҙан тауышын ишеткән һәр бер йән, үҙе теләмәһә лә шаһитлыҡ ҡыласаҡ. Шуға ул ишетмәҫлек йыраҡлыҡҡа ҡаса.
Бәҙрәфтә булған саҡта, шулай уҡ башҡа ваҡытта ла шайтандан ҡурҡырға кәрәкмәй, ҡушылған доға-зекерҙәрҙе әйтеп йөрөү ул - һәр мосолмандың ныҡлы ҡәлғәһе.
Бәҙрәфкә ингәндә әйтелгән доға, мәҫәлән, шунан килеп сыҡҡансы ҡалҡан булып тора.
Ҡиәмәт көнөндә Иблис, ләғәнәһуЛлаһ, уның ҡуштандары мәңгелеккә Йәһәннәмгә китәсәк. Уларҙы ғазап фәрештәләре ҡаршылап төрлө ғазаптарға тарытасаҡ.
Сығанаҡ: https://vk.com/public215622371