+28 °С
Облачно
Төрлөһөнән
14 Июля 2025, 07:20

Сантехниканы таҙартыу өсөн өй шарттарында гель рецепты

Махсус химия кәрәкмәй – унитаздағы һары таптарҙы бөтөрөү өсөн кухняла булған ябай тауарҙар етә. Төп актив матдәләр – аш һеркәһе һәм лимон кислотаһы: улар эзбиз кеүек ҡатмарлы ҡатнашмаларҙы иретә. Крахмал – гель нигеҙе: ҡатнашмаға тиҙ генә йыуылып төшмәҫкә ярҙам итә һәм шыйыҡсаның тәьҫир итеү ваҡытын оҙонайта.

Сантехниканы таҙартыу өсөн өй шарттарында гел рецептыСантехниканы таҙартыу өсөн өй шарттарында гел рецепты
Сантехниканы таҙартыу өсөн өй шарттарында гел рецепты

Рецепт (яҡынса 500 мл гель сыға): 3 аш кашығы крахмал (картуф йәки кукуруз), 2 стакан һыу (500 мл), 2 аш ҡашығы 9% аш һеркәһе, 4 аш ҡашығы лимон кислотаһы, 100 мл йыуа торған шыйыҡса.

Әҙерләү: крахмалды һалҡын һыуҙа болғатып, утка ҡуйығыҙ, 5-7 минут бешереп, ҡуйы «кисель» хәленә килтерегеҙ. Һыуынғас, аш һеркәһе, лимон кислотаһы һәм йыуа торған шыйыҡса ҡушып бутағыҙ. Шешәгә һалып, ҡапҡас менән ябып һаҡлағыҙ.

  • Ҡулланыу: ҡуйы гелде  унитаз, раковина, ванна кеүек урындарға һылап ҡуйығыҙ. Ҡаты таптар өсөн бер нисә сәғәткә, төнгә ҡалдырырға мөмкин. Һуңынан щетка менән ышҡып, йыуып төшөрәргә ҡала.
  • Өҫтөнлөктәре: хлорлы, ҡаты химия юҡ – еҫһеҙ, хәүеф-хәтәрһеҙ, аллергия килтереп сығармай. Эмалде тырнап бөтөрмәй, ғөмүмән, өҫлөгөн һаҡлай. Арзан, тәбиғи һәм файҙалы.
  • Экологик яҡтан таҙа – тәбиғи ингредиенттар ҡулланыла, һыу системаһына зыян һалмай. Һынап ҡарағыҙ – һанаулы ғына әйберҙәрҙән ванна бүлмәгеҙ яңы кеүек ялтырап торор.

Фото: dzen.ruhttps://ya.ru/images/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас