+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
14 Июль 2025, 06:40

"Теләктәр тормошҡа ашманы"

Радик Юлъяҡшиндың үҙ концерттарында Хәния Фәрхи менән Салауат Фәтхетдиновтың йырҙарын башҡарыуына нисек ҡарайһығыҙ?

"Теләктәр тормошҡа ашманы""Теләктәр тормошҡа ашманы"
"Теләктәр тормошҡа ашманы"

Ул әлеге йырҙарға замансалаштырып, ремикстар яһаған. "Хәния апайҙың, Салауат ағайҙың ҡайһы бер йырҙарын башҡарам. Беренсенән, бик тә шатмын рөхсәт биргәндәре өсөн. Күреп торам, уларҙы халыҡ ярата, ә халыҡ яратҡан йырҙар йәшәргә тейеш. Беренсе ноталарҙы ишетеү менән, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә шатланып ҡабул итә".

Йырсы ысынға ашмай ҡалған хыялы менән дә бүлешкән. Ул татар эстрадаһы примадоннаһы булған Хәния Фәрхи менән дуэт йырларға теләй инем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо хыялын тормошҡа ашыра алмай ҡалған. "Быйыл Хәниә апай беҙҙең менән «гастролдә йөрөй», легендар йырсыбыҙҙы  һәр концертта оло экрандар аша, видеола күрһәтәбеҙ. Элегерәк Хәниә апайға: «Әйҙәгеҙ, берәй  йыр яҙҙырайыҡ», – тип тәҡдим иткәнем дә булды. Үкенескә күрә, өлгөрмәнек. Ләкин бөгөнгө көндә уны иҫкә алып, йырҙарын яратып башҡарам. Уйлауымса, халыҡҡа оҡшай, миңә шундай матур йырҙарҙы йырларға рөхсәт иткән өсөн барлыҡ авторҙарға ла рәхмәтлемен", – тигән ул.

Фото: https://vk.com/elvin_grey                 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас