

Аллаһтың өҫтә булыуына Изге Ҡөрьәндән дә, Сөннәттән дә дәлилдәр бик күп. Мәҫәлән, киң билдәле "Ҡол ҡыҙ тураһындағы хәҙис"тә шулай тиелгән:
Бер сәхәбәнең һарыҡ көтөүен көтөүсе ҡол ҡыҙы була. Бер мәл, бер һарыҡты бүре алып китеүен ишеткәс, был сәхәбә, ҡапыл көйөп китеп, теге ҡыҙҙың сикәһенә сабып ебәрә. Әммә аҙаҡ был ҡылығы өсөн үкенеп, Пәйғәмбәр ﷺ янына килә һәм ошо хәлдән нисек сығырға һорай. Пәйғәмбәр ﷺ уға тәнҡит белдерә һәм теге ҡол ҡыҙҙы алып килергә ҡуша. Ҡыҙ килгәс, Пәйғәмбәр ﷺ уға: "Аллаһ ҡайҙа?" – ти. "Күктә", – ти ҡыҙ (йәғни, "өҫтә", мәғәнәһендә). "Ә мин кем?" – тип һорай Пәйғәмбәр ﷺ. "Һин – Аллаһ илсеһе", – ти ҡыҙ. "Уны (ҡоллоҡтан) азат ит, ул – мөьминә", – ти Пәйғәмбәр ﷺ теге сәхәбәгә. Ә икенсе риүәйәттәр буйынса, Пәйғәмбәрҙең ﷺ: "Аллаһ ҡайҙа?" – тигән һорауына яуап итеп, ҡол ҡыҙ һуҡ бармағы менән өҫкә ҡарай күрһәтә.
Мөслим, "Сахих", 537-се хәҙис; Әхмәт, "Мүснәд", 7893-сө хәҙис; Әбү Дауыт, "Сүнән", 930-сы хәҙис; Ибн Хиббән, "Сахих", 165-се хәҙис, сахих.
Был хәҙистән асыҡ күренеүенсә, "Аллаһ ҡайҙа", тип һорарға ярай (Пәйғәмбәр ﷺ үҙе шулай һораған бит!) һәм был һорауға: "Аллаһ күктә (өҫтә)", – тип яуап биреү – мосолманлыҡ һәм дөрөҫ сөнни аҡида билдәһе (сөнки Пәйғәмбәр ﷺ был яуапты ҡабул иткән, ә ул ҡыҙҙың үҙен иһә "мөьминә" тип атаған).
Бөгөн иһә: "Аллаһ ҡайҙа?" – тип һорау – бидәғәт, ә был һорауға: "Аллаһ күктә (өҫтә)", – тип яуап биреү – ул көфөрлөк!" – тип кеше башын бутаған сектанттар бар, Аллаһ һаҡлаһын. Һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ҡайһы бер Башҡортостан мәсеттәрендә лә даими дәрестәр биреп бара алыуға өлгәшкән. Үҙ "дәғүәт"тәрендә улар фәлсәфәгә, буш фараздарға һәм, шулай уҡ, көсһөҙ һәм ялған хәҙистәргә һәм риүәйәттәргә таяна. Халыҡты саф диндән ситкә әйҙәүсе был фирҡәләрҙең ауына эләкмәҫ өсөн, Аллаһ тураһында ғилемде фәҡәт сахих хәҙистәргә нигеҙләнеп яҙылған дини хеҙмәттәрҙән алығыҙ.
"Мөһим һорауҙар"
Сығанаҡ: t.me/dinigilem