

Элеккесә бесән эшләүҙәр кире ҡайтмаҫ инде. Шуға күрә шул саҡтағы бесән эшләүгә, атап әйткәндә, бесән сабыуға бәйле ҡайһы бер атама-төшөнсәләрҙе иҫләп булһа ла күңел йыуатайыҡ:
Ашлау — салғы һаплауҙы шулай атаныҡ;
Ашҡаяҡ — салғы һаплыҡ ағас;
Бәкес — һаплағандан һуң һабынан алып үлсәгәндә салғы осо төбөнә тиклем арауыҡтан яҡыныраҡ булһа шулай атайҙар;
Һоноҡ — бәкестең киреһе. Ҡуйы, ҡаты үләнде һоноҡ салғы менән сабып булмай;
Тапау — салғы сүкеүҙе шулай тинек;
Үксә ҡырҡыу — артта сабып килеүсе шәп итеп сабып алда барған салғысыны уратып сабып ҡыуып үтә һәм уның ыҙанын ҡайырып сабып, тегене ыҙанһыҙ ҡалдырып, өр-яңынан бакуй башларға мәжбүр итә;
Ысыҡ һирпелдереү — иртәнсәк сәй ҡайнағанса сабып һыныҡ яҙҙырыу; һ.б.
Былары беҙҙең яҡта бесән сабыуға бәйле атама-төшөнсәләрҙең ҡайһы берҙәре. Әле бесәнде йыйырға, кәбән ҡойорға ла кәрәк. Улар хаҡында алдағы яҙмаларҙа.
Фото: aartyk.ru