+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
22 Июль 2025, 07:39

Бына һиңә имән ныҡлығы...

Икенсе ирем менән донъя көтөп ятҡан мәлдәр. Был бер заман өйгә һуң ҡайта башланы. Әллә башҡа бер ҡатынға эйәләште микән, тип уйлайым. Күрәҙәсе тигән даны сыҡҡан бер ҡарсыҡ бар ине, шунда киттем. Әбей өшкөрөргә ашамлыҡтар, ирҙең эске кейемен алып килергә ҡушты. "Мин уларҙы ҡарт имән төбөнә күмәм, имән кеүек ныҡлы кейем-һалым булһын", – тине.  Ул ҡушҡанса барыһын да эшләнем.

Бына һиңә имән ныҡлығы...Бына һиңә имән ныҡлығы...
Бына һиңә имән ныҡлығы...

Алып килгән кәнфиттәрҙе үҙенә лә бүлеп алды. Шул мәл шикләнеп ҡуйғаным, әммә өндәшмәнем. Байтаҡ ваҡыт үткәс, өсөнсөгә йәнә саҡырҙы был мине. Мин барғанда кешеһе бар ине, ишек алдында көтөп торорға ҡушты.  Шул ваҡыт күҙем соландағы биҙрәгә төштө. Унда ирҙең имән төбенә күмергә тип алып килгән трусигы ята. Әбей шуның менән иҙән йыуа икән! Бына һиңә имән ныҡлығы! Тышта ҡыш ине инде. Ҡайҙа инде ул фәлән йәштәге ҡарсыҡҡа тышҡа сығып, туң ерҙе аҡтарыу! Юҡҡа ваҡыт үткәреп йөрөгәнемде аңланым. 800 һум һорағайны, кошелёкты күрһәтеп, бына ошо ғына аҡсам бар тип, 100 һум биреп, сығып киттем. Артымдан һөйләнеп тороп ҡалыуы ғына ҡолағыма салынды. Башҡаса ундай сихырсыларға йөрөмәнем. Ә ир менән барыбер йәшәй алманыҡ. Күңелем дөрөҫ һиҙгән икән – ул ваҡытта миңә хыянат итеп йөрөгән, һәм шул ҡатынға сығып та китте. Мин дә уның урынын буш тотманым, оҙаҡ та тормай, өсөнсө иремә кейәүгә сыҡтым...

Фото: id.lovepik.com

Автор:
Читайте нас