+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
23 Июль 2025, 08:20

Августа ла эҫе булмай, ти...

Республикала һуңғы арала йылы һәм ямғырһыҙ көндәр тора. Ә бына йәйҙең өсөнсө айы нисегерәк булыр икән?

Августа ла эҫе булмай, ти...Августа ла эҫе булмай, ти...
Августа ла эҫе булмай, ти...

Август көтөлмәгәнсә һалҡын булмаҡсы. Айҙың тәүге декадаһында ғәҙәти һауа торошо көтөлә — көндөҙ +16-нан +25 градусҡаса йылы буласаҡ. Ямғырлы көндәр ҙә аҙ булыр тип вәғәҙәләй Фобос мәғлүмәттәр үҙәге.

Августың икенсе декадаһы ла эҫелек менән йонсотмаҫ. Ҡайһы бер көндәрҙә һауа +24 градусҡаса йылынасаҡ. Ҡояшлы һәм ямғырлы көндәр тигеҙ була. тиҙәр.

Ә айҙың өсөнсө декадаһында һиҙелерлек һыуытаКөндөҙ термометр бағанаһы +9, +16 градусҡаса ғына күтәреләсәк. Ямғырлы һәм ҡояшлы көндәр алмашынып торасаҡ.

Фото: dzen.ruhttps://ya.ru/images/dzen.ru

Автор:
Читайте нас