+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
24 Июль 2025, 07:25

Түңәрәк йорт

Өфөнөң Вологда урамындағы был түңәрәк йорт 1980 йылда архитектор Рудольф Кирайдт тарафынан проектланған. Ҡалала берҙән бер үҙенсәлекле бина. Фатирҙарҙың бүлмәләре трапеция формаһында. Был урында ҙур ғәҙәти йорт төҙөргә мөмкин булмағас, бәләкәй генә биләмәлә торлаҡ булһын өсөн төҙөүселәр уны целиндр формаһында эшләп ҡарарға ҡарар иткән. 12 ҡатлы түңәрәк йорт фатирҙары Черниковка биҫтәһендәге завод эшселәренә бирелгән.

Түңәрәк йортТүңәрәк йорт
Түңәрәк йорт

Кирайдт Рудольф Иванович - 1939 йылдың 1 ғинуарында Псков өлкәһенең Опочка ҡалаһында тыуған, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бөтә ғаилә Өфөгә эвакуацияланып килгән. Башҡортостанда 200-ҙән ашыу торлаҡ һәм йәмәғәт биналары проекттары, реконструкциялау һәм реставрациялау авторы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт төҙөлөшө комитетының Почет грамотаһы, «Башҡортостан Республикаһының архитектураһында ҡаҙаныштары өсөн» Архитекторҙар союзының миҙалы менән бүләкләнә.

Фото: photobuildings.com

Түңәрәк йорт
Түңәрәк йорт
Автор:
Читайте нас