

"Сәфәр" һүҙе ғәрәпсәнән сәйәхәт тигәнде аңлата. Был айҙа Мәккә һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәүсе халыҡ, бик эҫе булыу арҡаһында, икенсе төрлө әйткәндә һуғыштар булыу сәбәпле, йорттарын ҡалдырып күсенеп китә торған булған. Кешеләр ырым-шырымға ышаныу арҡаһында, сәфәр айында ғына төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килә, һуғыштар сыға тип һанаған һәм был айҙа ни ҙә булһа эшләүҙән (туй, яңы ергә күсеү, ниндәйҙер ҙур эш башлау булһынмы) тыйылып торған.
Ислам килгәндән һуң, сәфәр айына "йәбешеп" ҡалған стереотиптан азат итеү өсөн, "Сәфәр әл-мүзәффәр” (уңышлы ай) һәм “Сәфәр әл-хайр" (игелек айы) кеүек исемдәр бирелгән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи вә сәлләм дә былай тигән: "Ауырыуҙар, ҡоштар, ябалаҡтар, сәфәр айы менән бәйле факттарға (ырым-шырымға) урын юҡ". Сәфәр – Аллаһтың башҡа айҙары һымаҡ, ғәҙәти ай. Сәфәр айы менән бәйле ышаныуҙар диндә тыйылған. Ул башҡалары кеүек - ябай ай. Ул – Аллаһ барлыҡҡа килтергән календарҙың бер өлөшө, һәм бер нисек тә насар һәм ҡот осҡос була алмай. Шуға күрә сәйәхәткә сығыу, өйләнеү (никах уҡытыу) йәки был айҙа яңы эш башлап ебәреүгә кәртәләр юҡ. Был эштәрҙең уңышлы йәки уңышһыҙ булыуы бер ниндәй ҙә айға бәйле түгел. Иң мөһиме — юлға сыҡҡанда, тормош башлағанда Аллаһты онотмаҫҡа, таныш доғаларҙы уҡырға, донъя мәшәҡәттәре менән намаҙ уҡырға тырышайыҡ. Уңыш, бәхет - айға, көнгә түгел, ғәмәлдәребеҙгә, Аллаһтың ризалығына бәйле. Сәфәр айы доғаһы: "Аллаһүммә фәрижнәә би-духуули-с-сәфәри үә-хтим ләәә би-л-хәйри үә-з-зафар" (тәржемәһе: "Эй Аллаһ, беҙгә Сәфәр айына инеү шатлығын бир. Беҙгә уны игелек һәм еңеү менән тамамларға рөхсәт ит).