+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
30 Июль 2025, 06:10

Таныйһығыҙмы?

Йырсы Ришат Төхвәтуллин сәхнәгә сыға башлағанда уҡ ябай, әммә затлы костюмдарҙы үҙ итә. Тора-бара сигеү элементтары, төрлө “ялтыр-йолтор”ҙар күренә башланы. Бар кейеме лә зауыҡлы, урынлы. Эҙләнә егет, ижад кешеһе бит, тиештек, сәсен дә бөҙрәләтеп ебәргәс.

Таныйһығыҙмы?Таныйһығыҙмы?
Таныйһығыҙмы?

Ошо арала ул тамашасы алдына ҡыҙғылт-һары, киң салбарлы костюмда сыҡты.  “Ришат! Валерий Леонтьевтың йәш сағына оҡшап ҡалған кеүек. Күлдәкһеҙ генә пинжәк кейеп ул сәхнәгә сыға ине, шикелле. Тик уның кеүек үк ҡылана күрмә инде”, – тигән бер тамашасы...

Фото: https://kiziltan.ru/

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас