+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
4 Август 2025, 16:15

Ниәттең урыны – йөрәк

Ниәттең урыны – йөрәк, бер ниндәй эштә лә уның урыны тел түгел. Шуға күрә, кем йә намаҙ уҡыр, йә ураҙа тотор, йә хаж ҡылыр, йә тәһәрәт алыр, йә бүтән берәй эш эшләр алдынан ниәтте тел менән әйтә, шул – Аллаһ динендә булмаған нәмәне әйтеүсе бидәғәтсе. Сөнки Пәйғәмбәр тәһәрәт тә алған, намаҙ ҙа уҡыған, саҙаҡа ла биргән, ураҙа ла тотҡан, хаж да ҡылған, әммә ниәтен бер ваҡытта ла тел менән әйтмәгән.

Ниәттең урыны – йөрәкНиәттең урыны – йөрәк
Ниәттең урыны – йөрәк

Бер ваҡытта ла: "Йә Аллаһ, мин тәһәрәт алырға ниәт иттем", "Йә Аллаһ, мин намаҙ уҡырға ниәт иттем", "Йә Аллаһ, мин саҙаҡа бирергә ниәт иттем", "Йә Аллаһ, мин ураҙа тоторға ниәт иттем", "Йә Аллаһ, мин хаж ҡылырға ниәт иттем", – тимәгән. Бер ваҡытта ла. Сөнки ниәттең урыны – йөрәк. Ә Аллаһ Тәғәлә иһә йөрәктәрҙә нимә барын белеп тора, бер нәмә лә Унан йәшеренмәгән".
 
Мөхәммәт Салих әл-Ғүҫәймин, "Шәрх Рияд әс-Салихин", 1-се бүлеккә аңлатма.

 t.me/dinigilem

Автор:
Читайте нас