

2. Гәзит менән тишереү. Ҡағыҙға бер аҙ бал ағыҙығыҙ. Ҡағыҙ ҡоро ҡалырға тейеш. Әгәр бал ағып тарғас, ҡағыҙ дымланһа, уға һыу өҫтәлгән тигән һүҙ.
3. Икмәк менән һынау. Икмәк киҫәген ун минутҡа балға һалып тороғоҙ. Сифатлы бал эсендә икмәк ҡатырға тейеш, ә яһалма балда йомшай.
4. Йод менән тикшереү. Балда ҡушымталар барлығын асыҡлау өсөн йод тамыҙып ҡарағыҙ. Бал зәңгәр төҫкә инһә, тимәк, унда крахмал йәки он бар.
5. Аш һеркәһе менән һынау. Һыуға бал һалып иретергә. Әгәр ҙә уға аш һеркәһе ҡушҡанда ҡатнашма күперһә, бал таҙа булмағанын иҫбатлай.
Фото: resvin.ru
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-08-03/baldy-nisek-aylar-a-4336662