+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
13 Август 2025, 05:55

ЭШЛЕКЛЕЛЕК

Һәр ир – егәрле ҡатын, һәр ҡатын – эшлекле ир һәм һәр етәксе хеҙмәтсән хеҙмәткәрҙәр теләй. Эшләү – аҡ эшме, ҡарамы, аҡыл эшеме, ҡул эшеме – хәрәкәт, алға китеш, барлыҡ ул. Мәҫәлән, эшкә йөрөйһөң икән – килем алаһың, кәсеп итәһең икән – мал табаһың, өй йыйыштыраһың икән – таҙалыҡта йәшәйһең, баҡса ултыртаһың икән – уңышың, мал аҫрайһың икән аҙығың була. Ялҡаулыҡ быларҙың киреһен алып килә.

ЭШЛЕКЛЕЛЕКЭШЛЕКЛЕЛЕК
ЭШЛЕКЛЕЛЕК

Эш башҡарыу күңелде лә аяҙыта, уйҙарҙы таҙарта, ваҡытты исрафлауҙан ҡотҡара. Эшләгәнең бит ниндәйҙер ыңғай күрһәткес тә бирә.
Эшлеклелек кешегә ҡарата яҡшы ҡараш, хөрмәт тә булдыра. Эшлекленең эргә-тирәһе, тотҡан донъяһы, башҡарған эштәре уның ошо матур сифаты хаҡында мәғлүмәт биреп тора.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:
Читайте нас