

Эт тә ашамаҫлыҡ булғас, ниҙән яһанылар икән, тип уйлайым. Сүплек һауытына ташланым да артабан атланым.
Бара биргәс, боролоп ҡараһам, ни күрәм? Теге оятһыҙ эт сүп һауытына тығылды ла мин ташлаған бутербродты алып, ашыҡмай ғына ашарға тотондо!
Был эттең урыны университетта лабаһа! Психологиянан һөйләгән лекцияларын ауыҙ асып тыңларҙар ине!
Р. ЯРУЛЛИН.
Фото: https://yandex.ru/images/