+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
14 Август 2025, 10:05

Мин - “Ленин”, ағайым “Сталин” булды

Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов: "Бер мәл әсәйем минең сәсемде алырға булды. Атайым эштә булғандыр, күрәһең. Ҡул машинкаһының сәсте туҡтауһыҙ тартыуына бер килке түҙеп ултырҙым. Сәсемдең алғы яғы ҡырылып бөтөүгә сабырлығым да бөттө. Әсәйемдең нимәгәлер боролоуын ғына көтөп ултырҙым да, урамға сығып ҡастым". 

Мин - “Ленин”, ағайым “Сталин” булдыМин - “Ленин”, ағайым “Сталин” булды
Мин - “Ленин”, ағайым “Сталин” булды

Иптәш малайҙар минең үҙенсәлекле прическамды күреп тә ҡалды, “Ленин” тигән ҡушамат тағып та ҡуйҙы. Шулай ҙа яңы исемгә бер ҙә үпкәләмәнем, дуҫтарым менән кис ауышҡансы уйнаным. Ошо мәрәкә ваҡиғанан һуң ағайыма ла ҡушамат тиҙ табылды, уны “Сталин” тип йөрөттөләр.

https://tamasha-rb.ru/

Автор:
Читайте нас