+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
18 Август 2025, 06:30

Рөстәм Нәбиев актер булырға йыйына

Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев режиссер Дмитрий Хониндың «100 000 ударов» фильмында төп ролде уйнауы мөмкин. Әлеге проект ярҙамында бала саҡ хыялымды бойомға ашырырға уйлайым, ти йәмәғәтсе һәм күп балалы атай. 

Рөстәм Нәбиев актер булырға йыйынаРөстәм Нәбиев актер булырға йыйына
Рөстәм Нәбиев актер булырға йыйына

Ошо көндәрҙә Рөстәм команда менән Мәскәүгә барған һәм Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығында үҙенең Гималайға артылыуы тураһында проектты яҡлаған. 

«65 проекттан унауҙы ғына һайлап алалар. Ыңғай ҡарар ҡабул ителһә, минең яңы юлым башлана. Эйе, мин төп ролде уйнайым, минең менән бергә фильмда Иван Янковский төшөүе ихтимал», — тип яҙа Нәбиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Беренсе канал документаль фильмға финанс ярҙамы күрһәтергә әҙер.

https://bash.bashinform.ru/news/

Автор:
Читайте нас