

Хоҙай уға:
– Һинең фәрештәң тик һинең өсөн генә йырлар ҙа, йылмайыр ҙа. Һин уның сикһеҙ һөйөүен тоясаҡһың һәм бик бәхетле буласаҡһың.
– Ә мин уны нисек аңлармын һуң? Уның телен белмәйем бит? – тип һораған сабый, Хоҙайға мөлдөрәп ҡарап. – Һинең Үҙеңә мөрәжәғәт итергә теләһәм, ни эшләргә һуң миңә?
Аллаһ Тәғәлә сабыйға әйткән:
– Һинең фәрештәң доғалар аша миңә табынырға өйрәтер.
Сабый тағы ла һорай ҡуйған:
– Мин ишеткәйнем Ерҙә яуызлыҡ барлығын. Кем һуң мине яҡлар?
–Һинең фәрештәң яҡлар! Үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып булһа ла!
– Мин һине башҡаса күрә алмаясаҡмын бит, шуның өсөн миңә бик тә күңелһеҙ...
– Һинең фәрештәң минең турала барыһын да һөйләр. Мин һәр саҡ һинең йәнәшәңдә булырмын.
Шул мәлдә Ерҙән тауыштар ишетелә башлай, сабый ҡабаланып:
– Эй, Аллам, әйт әле миңә, фәрештәмдең исеме нисек һуң?– тип тағы ла Хоҙайға ялбарған.
– Уның исеменең ниндәй булыуы мотлаҡ түгел. Һин уны ябай ғына һүҙ менән “Әсәй” тип атарһың.
З.ЯҠУПОВА тәржемәһе.