+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
2 Сентябрь 2025, 13:09

Нимә ул Сөннәт?

"Сөннәт" һүҙе "йола", "ҡанун" тигәнде аңлата. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәте – ул Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ﷺ эш-ҡылыҡтарын, әйткән һүҙҙәрен, ым-ишараларын сағылдырған һәм, шулай уҡ, уның тышҡы ҡиәфәтен һәм әхләҡи йөҙөн тасуирлаған риүәйәттәр тупланмаһы (ундай риүәйәтте "хәҙис" тиҙәр).

Нимә ул Сөннәт?Нимә ул Сөннәт?
Нимә ул Сөннәт?

Сәхәбәләрҙең (йәғни Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ﷺ иптәштәренең һәм тоғро юлдаштарының) ҡылыҡтары ла, әгәр уларҙы Пәйғәмбәр ﷺ күреп йә ишетеп, хуплаған булһа, шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәтенә инә.

Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ тураһында: "Ул үҙ теләгенән сығып һөйләмәй, был – уның күңеленә һалынған вәхи", — тигәнлектән (Ҡөрьән, 53:3-4), Сөннәт тә, Изге Ҡөрьән кеүек, күктән иңдерелгән вәхи (урыҫса – откровение) булып тора. Һәм Сөннәт тә, шулай уҡ, Аллаһ тарафынан һаҡлана.

"Рәсүл һеҙгә нимә бирә, шуны алығыҙ, нимәнән тыя, шунан тыйылығыҙ", — тигән Аллаһ (Ҡөрьән, 59:7). Был бойороҡ бөтә быуын мосолмандарына ла ҡағыла. Тимәк, һәр дәүерҙә кешеләр Пәйғәмбәрҙең ﷺ нимәне ҡушҡанын һәм нимәнән тыйғанын белә аласаҡ. Ә быларҙы тик сахих хәҙистәр – абруйлы дин белгестәре тарафынан телдән-телгә тапшырылған, яҙып барылған һәм бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған ышаныслы, дөрөҫлөгө ныҡлы тикшерелгән риүәйәттәр аша белергә мөмкин.

 "Мөһим һорауҙар"

Автор:
Читайте нас