+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
3 Сентябрь 2025, 10:35

Тыуған көнөгөҙ менән, Прынсысса!

Кисә Зөлфирә Таһированың дүрт мөйөшлө юбилейы булған икән. Уҡытыусы, күп балалы әсәйҙе, уңған киленде, тәмле, сос, тоҙло-боросло телле, авторыбыҙҙы, ваабщем, шәп ҡатынды ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ана шулай, бөгөнгөләй, бик тә бәхетле ғүмер кисерегеҙ йәме! Зөлфирә ханым, үҙенең битләүендә тыуған көнөн иҫләтмәһә, белмәй ҙә ҡалыр инек. Ошо хаҡта рәхәтләнеп уҡығыҙ әле. *** Бөгөн килеп 40 тулды бит әй. Ҡырҡ—тырҡ, тиҙәр. Бер ҙә генә тырҡылдағы килмәй. Әле һаман әсәйемдең иркә ҡыҙымын, бейемемдең яратҡан "бәләкәс" киленемен, буйға знамы ғына булһам да, апайыма һәр саҡ аңшайып ҡына ҡарап торған һеңлемен, бер нимә булһа, әй яҡшы булған, тип ауыҙым бәлшәйеп кенә торған, илаҡ, бәпәй, тип әрләнеп тә алған Рәмистең ҡәҙерле генә бисәһемен. Иркәләп, наҙланып үҫмәнем, шулай ҙа күңелсәк кенәмен.

Тыуған көнөгөҙ менән, Прынсысса!Тыуған көнөгөҙ менән, Прынсысса!
Тыуған көнөгөҙ менән, Прынсысса!

Мин тыуған йылда ла 2 сентябрь ҡояшлы, аяҙ булған. Атамдың апайы Мәүлиҙә инәм мәктәптән эштән ҡайтып барған да беҙгә ингән. Әсәйем, билен һыпырып, ауырыҡһынып тороуына зарланған. Инәм иҫе лә китмәй ҡайтып Файыл олатама: "Зөһрә килен билем ауырта тип тора," - ти икән. Олатам ашап ултырған ерҙән ҡалағын ташлап ебәреп: "Шунан, һин нимә тинең, уй Аллам, бәпәйләргә ауырып торалыр һуң", - тип ырғып төшкән. Шунан ғына инәйемдең башына барып еткән. Ул саҡта сентябрь еткереп бесән эшләйҙәр бит инде, атайым бесәндә булып, ярай ҙа әле салғыһы һынып ҡайтып ингән. Ул арала Мәүлиҙә инәм контораға барып, скорый саҡырта һалған. Оҙаҡ уйларға яратмаған атам, лүлкеһенә фуфайка ташлап, әсәмде ултыртып алып, ҡалдыр-ғолдор матас менән Йылайыр яғына үтеп тә киткән.

Иллә Аллаһ менән китеп баралар. Әсәй сыҙамай туҡтата икән атамды. Тағы китәләр икән. Саҡ барып етеп, әсәм инеп китеүе булған, ун минуттан былаялайым һылыу ҡыҙ бала донъяға килгән. 3800 кг вес менән, дөм ҡара, өҫкә тырпайып торған сәсле, ҡап-ҡара күҙле тей баяғы буласаҡ прынсысса.

Мәүлиҙә инәм сыҙамай урамда торһа, аңғансы шалдыр-болдор матасы менән: "Апай, минең ҡыҙым бар!"- тип на ходу ҡысҡырып атам кире үтеп тә киткән.
Баяғы скорый бик ныҡ шәп йөрөгән скорый булған, кисләтеп кенә ауылға килеп, сказали женщина рожает, где живёт, тип эҙләп йөрөйҙәр тей.
Унда ней мин уже упаңлап әсәмде имеп тә ятҡанмын бит инде.

Кире килеп алғанда ла көн шул тиклем матур булған. Ҡайтышлай былар мине лүлкегә һалып ҡуйып, өс биҙрә балан тиреп алғандар. Тик яттым иламай ғына.

Ғөмүмән, тып-тыныс бала булғанмын. Яҙа-йоҙа бала төҫө алғас, сәңгелдәктә тороп ултырам да шаршауын бәләкәс кенә асып, "тайт" тип йоҡонан торам икән.

Ҡолаһам да, осоп төшһәм дә бик илап та бармағанмын. Иҫ белгәс тә берәй ерем ауыртһа, иламай торғайным. Боҙоҡ боҙҙом инде боҙа алғансы. Шул саҡта әсәй сыбыҡлай ҙа, исмаһам иламай ҙа, тип үҙе илай торғайны. Сурлы ғына булдым. Һыҙлауыҡ, арпа, сиҡан яратты инде мине. Ҡолағым һыҙлап йонсотто. Уның араһында гел йә осоп төшөп, йә эләгеп ҡолап, йә сәпиттән, йә матас менән аунап, аттан тибелеп, ҡаҙҙан таланып, ысын ауыл балаһы булып үҫтем. 

Яңыраҡ берәү миңә, дәрескә инмәй ҡасып йөрөй торғайның, тине. Дәрескә инмәү түгел, мин ҡайһы саҡ бармай ҙа ҡуя торғайным ул. Ныҡ ҡулсыр булғас, ҡалайтайым. Аламалыҡтың башында торғас. Барыбер бөтә сараларҙа ҡатнаштым, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа алдынғылыҡты бирмәнем. Насар уҡыусы булһам, Һабыр мәктәбенең "Шөһрәт кенәгәһе" тигән йыйынтығында кәртишкәм тормаҫ ине. Әгәр ысынтылап уҡыһам, ищү ҙә шәп кеше булып инем, мужыбыт, ярар, әле лә бирешмәйбеҙ.

Эләгеп- тәгәрәп, йырлап-бейеп, илап- өлөп 40 йәшкә килеп еттем. Ошо балаларыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырып, кеше итергә Аллаһы Тәғәлә бәрәкәтле, парлы, мул, матур тормош, оҙон ғүмер насип итһен, һаулыҡтан айырмаһын, амин!

Фото: https://vk.com/public218857238

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас