+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
8 Сентябрь 2025, 08:45

Шаҡҡатыризм!

*Кеше башында 15000000000 (!) нерв күҙәнәге барлығын белә инегеҙме, дуҫтар? Кешеләге йөҙ-йөҙ алтмыш миллиард нескә ҡан тамырҙарының дөйөм оҙонлоғо 60-80 мең километрға (!) етә.

Шаҡҡатыризм!Шаҡҡатыризм!
Шаҡҡатыризм!

*Кеше йөрәге көн һайын 6-10 тонна ҡан ҡыуҙыра тип иҫәпләнелә. Шулай булғас, йөрәк аша ғүмер буйына 150-250 мең тонна (!) ҡан ағып уҙа.

*Кеше 216-218 һөйәктән тора. Баш һөйәге – 29 киҫәктән, умыртҡа – 32-34, ҡулдар һәм аяҡтар – 60-шар, күкрәк ситлеге – 25,  ҡулбаш һөйәге – 4, оса 6 өлөш һөйәктән ғибәрәт.

*Кеше үпкәһе аша тәүлегенә 10 мең литр һауа уҙа.

*Баш һөйәге төҙөлөшө буйынса кешеләр өс төрлөгә бүленә: ҡыҫҡа баш һөйәкле, уртаса һәм оҙонса баш эре һөйәкле. Һуңғы бер нисә мең йыл эсендә кешенең баш һөйәге нәфисләнә, йоҡара бара, тип раҫлай ғалимдар.

Г. Арсланова.

Фото: ru.dreamstime.com

Автор:
Читайте нас