

Сөнки Аллаһ Тәғәлә ҡудси хәҙистә: "Лә тәсуббу дәхр, фәиннә дәхра һүә әнә", — ти (йәғни "заманды, ваҡытты һүкмәгеҙ, сөнки был замана, ваҡыт — Мин Үҙем").
Ваҡыт үҙгәрмәй, ул һаман шул йөҙ, мең йыл элекке кеүек. Ҡояш ҡалҡа, байый, көн төн менән алышына. Ямғыр яуа, ҡар яуа, кешеләр тыуа, йәшәй, үлеп китә — барыһы ошо ваҡыт эсендә хәрәкәт итә.
Тормошта йәшәү дәүерендә ниндәй генә осор үтмәйбеҙ?! Сабый саҡта бишектә бәүеләбеҙ, йәшлектә таңдар ҡаршылайбыҙ, урта йәшкә етеп балалар үҫтерәбеҙ, ҡартлыҡта ейәндәр һөйәбеҙ... Әммә ошо мәлдең ҡайһыныһында Аллаһҡа ҡайтырыбыҙҙы белмәйбеҙ, ҡайһы саҡ уйларға онотабыҙ.
Шуға күрә ғүмерҙе заяға үткәрмәйек. Изгелеккә ашығайыҡ. Күңел торошон да, физик сәләмәтлекте лә алтын урталыҡта тотоп, ғүмер тауына лайыҡлы менәйек, мәле еткәс төшәсәгебеҙҙе лә онотмайыҡ.