+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
18 Сентябрь 2025, 10:00

Маҡтарҙар тип...

Элек, беҙ бала саҡта ҡыш ноябрь айы баштарында уҡ килеп етә торғайны. Көҙгө киникулға сығыу менән күләүектәр туңыр-туңмаҫ борон, сәкәндәребеҙҙе алып, шайба ҡыуалай торғайныҡ. Шайба тигәне, ат тиҙәгенән булһа, сәкән иһә, ағас ботағынан. Коньки ҙа әллә ни булманы. Кемдеке бар, ул текә. Шулай үтә торғайны беҙҙең бала саҡ. Яҙыуым, әлбиттә ул хаҡта түгел.

Маҡтарҙар тип...Маҡтарҙар тип...
Маҡтарҙар тип...

Беренсеме икенсеме класта уҡығанда, бала саҡ дуҫым менән уның түбән яҡта йәшәгән олатаһына ни йомош менәндер барҙыҡ. Ҡайтышлай Инйәр йылғаһы ситендә туңған боҙҙан шыуа-шыуа ҡайтып барабыҙ. Шулай бара торғас, боҙ сатнап уйылып китте лә дуҫым йылғаға төшөп китте. Мин инде аҙап ҡалмай, боҙға яттым да ҡулымды һуҙып, уны һөйрәгән булдым. Иҫләүемсә, ул тәрәнгә лә төшмәгәйне, әммә ярҙам итеүемде, батырлыҡҡа тиңләнем. Оҙаҡ ваҡыт маһайып, хатта ҡотҡарған өсөн берәй нимә бирмәҫтәрме икән тип тә йөрөнөм. Мәктәпкә барғас та, линейка ваҡытында уҡытыусылар маҡтамаҫтармы икән тип көттөм. Юҡ, күрәһең белмәй ҡалғандар... Йәнәһе, изгелек эшләгәс, Хоҙай күреп, һине баһаларға тейеш тип уйлауым. Хоҙай күреүен-күргәндер инде ул, тик ул ваҡыттағы бер ҡатлылыҡ булған, күрәһең.

Н. Ҡәҙербаев.

Автор:
Читайте нас