+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
22 Сентябрь 2025, 07:15

ЙӘННӘТ ХАҠЫНДА

Йәннәт – Ҡиәмәт көнөнән һуң мосолмандар бара торған урын. Йәннәт – ул бөтә-бөтә ниғмәттәр һәм ләззәттәрҙән торған мәңгелек тормош. Уның матурлығын, муллыҡ-байлыҡтарын, ләззәттәрен күҙ алдына килтерергә беҙҙең хатта аҡылыбыҙ ҙа етмәй. Бер хәҙистә шулай тиелә: “Аллаһ Тәғәлә: “Мин изге ҡолдарым өсөн кеше күҙе күрмәгән, кеше ҡолағы ишетмәгән һәм бер кешенең хыялында ла булмаған Йәннәт әҙерләнем”, – тине”.

ЙӘННӘТ ХАҠЫНДАЙӘННӘТ ХАҠЫНДА
ЙӘННӘТ ХАҠЫНДА
Йәннәткә кешеләр сибәр, күркәм егет һәм ҡыҙҙар ҡиәфәтендә керәсәк. Унда берәү ҙә ауырымаясаҡ, ҡартаймаясаҡ, үлмәйәсәк, бәҙрәф хәжәттәре, арыу-талыу, тирләү кеүек нәмәләр ҙә булмаясаҡ. Тир һыуы урынына хуш еҫле мисек кенә сығасаҡ, ти. Йәннәттә, шулай уҡ, эшләргә лә, аҙыҡ артынан йөрөргә лә кәрәкмәйәсәк, сөнки йәнең һөйгән емеш-еләк һәм ризыҡтар үҙҙәренән-үҙҙәре барлыҡҡа килеп торасаҡ. Иң яҡшы ебәктән эшләнгән кейемдәр ҙә ағаста эленеп торасаҡ, ти. Йәннәттең ере лә фанилыҡтағы ер һымаҡ булмаясаҡ. Хәҙистә әйтелеүенсә, тупраҡ урынына унда зәғферән буласаҡ. Ағастар һәм өйҙәр ҙә, был донъялағы ағастар һәм өйҙәрҙән айырмалы рәүештә, зиннәтле таштарҙан, алтын-көмөштән буласаҡ. Пәйғәмбәр (ﷺ): “Әгәр берәй һыбайлы Йәннәттәге ағас күләгәһен арҡырыһынан буйына сабып үтәм тиһә, йөҙ йыл эсендә лә үтә алмаҫ ине”, – тигән.
 
Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, Йәннәттә балдан, һөттән, хәмерҙән һәм һыуҙан мул йылғалар ағып ятасаҡ. Ләкин улары был донъялағы эсемлектәргә бөтөнләй оҡшамаясаҡ. Мәҫәлән, Йәннәт хәмеренән кешенең башы ауыртмаясаҡ, ул тик ләззәт кенә килтерәсәк. Шулай уҡ, Йәннәттә иҫ киткес матур хур ҡыҙҙары мосолмандарға иптәш буласаҡ. Әгәр шул ҡыҙҙарҙың береһе генә лә беҙҙең Ергә бер күҙ һалһа, ер менән күк араһындағы бар нәмә яҡтырыр ине, ти. Ләкин мосолмандың был донъялағы мөслимә ҡатыны Йәннәттә уларҙан әллә күпмегә сибәрерәк, һөйкөмлөрәк буласаҡ, тиелә хәҙистәрҙә.
 
Аллаһ Тәғәлә беҙҙе Йәһәннәмдән аралаһын һәм Йәннәттәргә индерһен!
 
 

 

Автор:
Читайте нас