+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
1 Октябрь 2025, 08:50

Һынамыштар

Көҙҙөң икенсе айына ла аяҡ баҫтыҡ. Йәй еүеш һәм көҙ йылы булһа,ҡыш оҙаҡҡа һуҙыла, тиҙәр. *Имәндә сәтләүектәр күп булһа, ҡыш ҡаты була. *Ағастарҙа япраҡ ҡойолоп бөтмәй ҡалһа, ҡыш һыуыҡ була.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

*Япраҡтар ҡойолоу һуңлаһа, һалҡын һәм оҙон ҡышҡа.

*Көҙ аҙағында серәкәй күбәйә икән – йылы ҡышҡа.

*Һуҡыр сысҡандар һәм сысҡандар ҙур запас әҙерләй икән – ҡыш ҡаты һәм ҡарлы була.

*1 октябрҙә торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
*Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
*Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.

* Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.
*Көҙөн ҡайын менән имән япраҡтары бер юлы ҡойолмаһа, ҡыш ҡаты киләсәк.
*1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
*Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.

Фото: rutube.ru

Автор:
Читайте нас