

Мәҫәлән, Аллаһтың сикһеҙ мәрхәмәткә эйә булыуын белеү беҙҙең күңелдәргә өмөт һала, Аллаһтың гонаһлыларҙы ҡаты язаға дусар итәсәген белеү беҙҙә ҡурҡыу уята, ә Аллаһтың ризыҡ-ниғмәт биреп тороуын белеү беҙҙе Уға ҡарата рәхмәтле итә һәм башҡаһы. Ә кемдер Аллаһ тураһында бер ни ҙә йүнләп белмәһә, ул нисек үҙе лә белмәгән Илаһҡа тейешле рәүештә табына алһын?
Иманы көслө булыуын теләгән һәр мосолман Аллаһтың исемдәрен һәм сифаттарын өйрәнергә, уларҙың мәғәнәләрен тәрән аңларға тырышырға һәм үҙ ғәмәлдәрен шул белеменә ярашлы ҡылырға тейеш.
Аллаһ Тәғәләнең исемдәре һәм сифаттары тураһындағы ғилем Ҡөрьән аяттарынан һәм Пәйғәмбәрҙең сахих хәҙистәренән алына.