+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
8 Октябрь 2025, 08:00

Өләсәйемдән ҡалған ҡомартҡыны һаҡлай алманым...

"Беҙҙең өләсәйҙәр һәр саҡ бер нисә әбүркәле, оҙон еңле оҙон күлдәк өҫтөнән сите ҡайылған камзул кейеп йөрөнө. Мине бик ныҡ яратҡан өләсәйем,ү: "Төҫөм итеп һаҡларһың", - тип шул камзулдарының береһен бүләк итте. Уны ауыл һәүәҫкәрҙәре лә концертҡа алып торғоланы.90-сы йылдарҙа ауыл буйлап самауыр , тимер-томор һорап сегәндәр өй беренсә йөрөгән.

Өләсәйемдән ҡалған ҡомартҡыны һаҡлай алманым...Өләсәйемдән ҡалған ҡомартҡыны һаҡлай алманым...
Өләсәйемдән ҡалған ҡомартҡыны һаҡлай алманым...
Был мәлдә мин БДУ-ла уҡый инем. Улар һоранып, беҙгә лә ингән. Бер ирҙең күҙе түрҙә элеүле торған камзулды күреп ҡалған да өйҙә үҙе генә булған атайымдан: "Бынау ике тимер аҡсаһын бирегеҙ",— тип быуынына төшкән. Хәйләһеҙ, бер ҡатлы атайым тотҡан да теге ике аҡсаны бушлай биреп сығарған.
Улар батша заманынан ҡалған боронғо көмөш аҡса ине. Ҡайтҡас, камзулда уларҙың юҡлығын күреп, бик ныҡ үпкәләнем. Атайым , ул аҡсаның ҡиммәтен кем уйлаған, тип иларҙай булып ныҡ үкенде. Ошо ваҡиғанан һуң был халыҡты урап үтәм. Өләсәйемдең ҡомартҡыһын тейешенсә һаҡлай алмағанға үҙемде лә ғәйепле һанайым...".
 
Әлфиә ХӘМИТОВА.
 
Фото: https://vk.com/club36676061?from=groups
Автор:
Читайте нас