

Кейем аҫтында йәшенеп кенә Ҡөръән Кәрим ята ине. Үҙем карауат өҫтөн әҙерәк тәртипкә килтереп сығып киттем.
- Ни өсөн ҡөръән китабын әйберҙәр аҫтында тотаһың? - тип аҙаҡ уның хужаһынан, Дағстандан килгән егеттән һорайым.
- Бында төрлө милләтле, төрлө динле, төрлө ҡарашлы кеше йәшәй. Ҡөръән китабына ла төрлөсә ҡараш булырға мөмкин бит, - тине...
Кемдер йәшереп ҡөръән китабын үҙе менән йөрөтһә, икенселәре, күрһәтмәҫкә маташып шешә килтерергә тырыша. Ысынлап та, һәр кемдең ҡыҙыҡһыныуы ла, ҡарашы ла был донъяға үҙенсә...
Сығанаҡ: https://vk.com/club223311118