+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
22 Октябрь 2025, 06:15

Йондоҙҙар нисек танышҡан?

Лилиә Биктимерова Фәдис Ғәниев менән нисек танышҡан? Был турала Лилиә бер тапшырыу барышында һөйләгән.   – 2000 йылда училище тамамлағандан һуң, эшкә урынлашырға тип, филармонияға килдем. Фәдис Ғәниевҡа уның төркөмөндә йырлау теләген белдерҙем. Ул: «Минең төркөмдә йырсылар әлегә етәрлек», – тип, мине кире ҡаҡты. Уҡытыусым Фәрзәнә ханым, Фәдис янына барып: «Лилиә бит һинең төркөмдә генә йырлайым тип әйтә. Ул да һинең кеүек ҡалын тауышлы, һинең яҡтарҙан», – тигәс кенә, мине төркөмгә алдылар. Һуңынан уның менән яҡындан танышып китеп, осраша башланыҡ. 2003 йылдан бергә йәшәйбеҙ.

Йондоҙҙар нисек танышҡан?Йондоҙҙар нисек танышҡан?
Йондоҙҙар нисек танышҡан?

ЗАГСҡа барыу бик ҡызыҡ килеп сыҡты. Президент беҙгә фатир бирергә тип ҡул ҡуйҙы. Ә ул ваҡытта беҙҙең никахыбыҙ законлы рәүештә теркәлмәгән ине. Шуның өсөн барыһы ла ашығыс булды. Өҫтөбөҙҙә джинса кейем, Мендельсон маршы уйнай һәм беҙ ЗАГС залына көлә-көлә керәбеҙ…

Фәдис менән 20 йыл ғүмер итәбеҙ. Тормош юлдашым итеп уны һайлағаныма бер ҙә үкенмәнем. Ә бына ул бәлки үкенгәндер ҙә. Мин бит өйҙәгеләргә бер ҙә тынғылыҡ бирмәйем: кәрәк икән – иртәнге алтыла уятам. Йоҡоһо туйғанмы-юҡмы, һорап тормайым. Гөлназ ҡыҙым миңә: «Әни, һинең менән йәшәгән ир-атҡа Аллаһ ярҙам бирһен», – ти ине.

Фәдис – идеаль әти. Балалар өсөн үлеп тора. Уның янында үҙемде бик бәхетле хис итәм!

Фото: poryadovki.ru

https://tatar-today.ru/2023/05/87146/

Автор:
Читайте нас