+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
29 Октябрь 2025, 06:30

Йылан хужаһын тешләгән

Салауат ҡалаһында йәшәүсе 41 йәшлек ир өйөндә экзотик хайуандар үрсетә — үрмәксе, таракан, кеҫәртке һәм йылан. Уларҙың быға тиклем дә хужаһына һөжүм иткән осраҡтары булған. Ошо көндәрҙә Каспий йыланы ирҙе бер юлы бер нисә урында: кулын, ботон һәм аяҡ араһын тешләгән. Зыян күреүсе ярҙам һорап табибтарға мөрәжәғәт иткән. Пациентты тикшергәндән һуң, уның аяҡ араһында ҙур гематома барлыҡҡа килеүе раҫлана. Йыландың сағыуы ағыулы түгел, шулай ҙа иргә дауаланырға тура киләсәк.

Йылан хужаһын тешләгәнЙылан хужаһын тешләгән
Йылан хужаһын тешләгән

Фото: башинформ

Автор:
Читайте нас