+28 °С
Болотло
Төрлөһөнән
30 Октябрь 2025, 09:45

НИМӘ ГЕНӘ БУЛҺА ЛА

Ике донъяла ла бəхетле булырға телəйһеңме? Улайһа һинең менəн булған бар нəмəне лə тыныслыҡ, һалҡын ҡанлылыҡ һəм сабырлыҡ менəн ҡабул итеп, Аллаһ Тəғəлə һиңə килгəн һынауҙы яҡшылыҡҡа əйлəндерер тип өмөт ит. Ҡайғы менəн эш алға бармай. Əгəр һин ниндəйҙер бəлə-ҡазаға дусар булһаң, һин эшлəй алырлыҡ нəмəнең иң яҡшыһы – килеп тыуған шарттарға яраҡлашырға тырышыу.

НИМӘ ГЕНӘ БУЛҺА ЛАНИМӘ ГЕНӘ БУЛҺА ЛА
НИМӘ ГЕНӘ БУЛҺА ЛА

Мин сирлəү сəбəпле һул ҡулы яурынынан алып киҫелгəн кешене белə инем. Ул был сəбəпле өмөтһөҙлөккə бирелмəне һəм көйəлəнмəне, ə киреһенсə, сабырлыҡ күрһəтте һəм был һынауға ҡарамаҫтан артабан йəшəүен дауам итте. Ул өйлəнде, уның балалары булды, бер ҡулы менəн генə оҫта итеп машина йөрөттө ул. Үҙ эшен тырышлыҡ менəн, бер нимəгə лə зарланмайынса, башҡарыр ине. Аллаһ Тəғəлə гүйə уны бер ҡул менəн бар иткəн кеүек йəшəне ул: «Аллаһ тəҡдиреңə яҙған менəн ҡəнəғəт бул, һəм кешелəр араһында иң байы булырһың».

Йəшəү шарттарының үҙгəреүенə кеше тиҙ яраҡлаша. Əлбиттə, əйтəйек, əгəр беҙҙең матди хəлебеҙ яҡшырҙы ниһə, беҙ быға уның насарайыуына ҡарағанда тиҙерəк өйрəнəбеҙ. Лəкин тирə-яғыңа күҙ һал. Күпме кеше ябай ғына торлаҡтарҙа йəшəй, ябай ризыҡ менəн туҡлана һəм йөрөү саралары булмау сəбəпле йəйəү йөрөй. Уларҙың барыһы ла бəхетһеҙме ни? Юҡ! Киреһенсə, уларҙың күбеһе кеҫəлəре тулы аҡса булған, затлы-затлы йорттарҙа йəшəгəн һəм ҡиммəтле машиналарҙа ғына йөрөгəн байҙарҙан бəхетлерəк.

Булырға тейеш нəмə, беҙ телəһəк тə, телəмəһəк тə, барыбер тормошҡа ашасаҡ һəм шуға күрə зарланыу, ҡаршы төшөү, ризаһыҙлыҡ белдереү – ахмаҡлыҡ һəм аҡылһыҙлыҡ. Тəрəн аҡыллы кеше телəһə ниндəй яуызлыҡты ла яҡшылыҡҡа əүерелдерə белə. Һəм ысынлап та, «Ни тиклем ғəжəп мөьминдең хəле! Уның хəлендə бар нəмə уның өсөн – яҡшылыҡ, һəм был иманлыларҙан башҡа бер кемгə лə бирелмəгəн. Əгəр уның менəн берəй яҡшы нəмə булһа, ул Аллаһҡа шөкөр итə, һəм был уның өсөн яҡшылыҡҡа əүерелə. Əгəр ҙə уға бəлə килһə, ул сабыр итə, һəм был да уның өсөн яҡшылыҡҡа əүерелə».

Аллаһ Рəсүленең صلى الله عليه وسلم сəхəбəлəре нисек йəшəгəнен һəм килгəн һынауҙарҙы улар нисек ҡабул иткəнен иҫеңə төшөр, һəм һин бөтə нəмəнең ул тиклем үк ҡурҡыныс һəм өмөтһөҙ түгел икəнен аңларһың, ҡай саҡ шулай күренһə лə. Пəйғəмбəрҙəрҙəн ҡала иң яҡшы кешелəр бик ябай тормош алып барған һəм ярлылыҡ уларҙың күршеһе булған. Əммə быға ҡарамаҫтан улар бəхетле булған, сөнки уларҙың башҡа, күпкə мөһимерəк байлығы булған, ул да булһа – иман, изге эштəр, əҙəплелек, Аллаһҡа тəүəккəллəү, мəңгелек тормошта уңышҡа ирешергə тырышыу. Беҙ бит үҙебеҙҙе уларҙың юлынан барыусы кешелəр, тип иҫəплəйбеҙ. Улар бəхетле булған кеүек бəхетле булырға беҙгə нимə ҡамасаулай һуң? БӘХЕТЛЕ БУЛ!
"Ваҡыт!"

Фото: ru.pinterest.com

Сығанаҡ: https://vk.com/club42590072?from=search

Автор:
Читайте нас