+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
5 Ноябрь 2025, 14:40

Уң менән һул

Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған атайымдың әсәһе - Бибикамал өләсәйем беҙҙе гел өйрәтеп ултыра торғайны:- Ишектән уң аяғығыҙ менән атлап инегеҙ, уң аяғығыҙ менән атлап сығығыҙ. - Кеше менән уң ҡулығыҙҙы һуҙып күрешегеҙ. - Әйберҙе уң ҡулығыҙ менән алығыҙ, уң ҡулығыҙ менән бирегеҙ.

Уң менән һулУң менән һул
Уң менән һул

Атайымдың бер туған апаһы - Миңлекамал инәйем кис ҡырын, эргәһенә ятҡырып, әкиәттәр һөйләр ине. Миңә бигерәк тә батырҙар тураһындағылары ныҡ оҡшай торғайны. Биленә ҡылыс таҡҡан, яурынына уҡ-һаҙағын аҫҡан һыбай Алпамыш дошманы менән алышырға юлға сыға. Ике юл сатында уға йөҙйәшәр ҡарт осрай.
- Улым, ҡайҙа бараһың?
- Дошманды юҡ итергә киттем. Тик ҡайһы юлдан барырға икән?
- Уңға китһәң, уңырһың, һулға китһәң, туңырһын. Уңға тарт, батыр.
Халҡымды һәр саҡ уң яҡ юлдан алып барыусы аҡһаҡалдарыбыҙ, илһөйәрҙәребеҙ күп булһын ине.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:
Читайте нас