

Тәүхид кәлимәһе – "лә иләһә иллә-Ллаһ" тигән һүҙҙәр. Улар, "Аллаһтан башҡа табыныуға лайыҡ бүтән бер илаһ та юҡ", тигәнде аңлата. Тәүхид фәне ошо шәһәҙәт һүҙҙәренең мәғәнәһен, нигеҙҙәрен, шарттарын һәм, шулай уҡ, ошо кәлимәне нимәләр боҙоуын, уға нимәләр зыян килтереүен өйрәнә.
Тәүхид – Йәннәт асҡысы. "Лә иләһә иллә-Ллаһ" шәһәҙәтен боҙмай йәшәгән тәүхид эйәһе ҡасан да булһа барыбер Йәннәткә инәсәк (хатта ҙур гонаһтар ҡылған булһа ла). Һәм, киреһенсә, тәүхиде булмаған кеше бер ҡасан да Йәһәннәмдән сыға алмаясаҡ (кешеләр араһында тәртипле, яҡшы холоҡло, изге күңелле һәм башҡаһы булып һаналһа ла). Аллаһ беҙҙе Тамуҡтан аралаһын!
Тәүхидтең киреһе иһә – ширек (урыҫса – многобожие). Йәғни, Аллаһтан тыш бүтән илаһтарға ғибәҙәт бағышлау (мәҫәлән, уларға табыныу, шөкөр итеү, өмөт итеү, уларға тәүәккәлләү, уларҙан ярҙам һорау, уларҙан ҡурҡыу, уларҙы яратыу, уларҙың ризалығын эҙләү һәм башҡаһы).
"Мөһим һорауҙар".
Фото: ru.freepik.com