

Рөстәм Нәбиев – донъяла ҡулдары менән генә (башҡаларҙың ярҙамынан тыш) тауҙарға күтәрелгән һәм берҙән-бер кеше. Биш йылда яҡташыбыҙ Эльбрустың ике түбәһен (5642 м. /5621 м.), Мөхәббәт түбәһен (2124 м.), Манаслу (8163 м.), Арарат (5165 м.), Казбек (5033м.), Килиманджаро (5895 м.), Аконкагуа (6962 м.) һәм Ирәмәл (1589 м.) тауҙарын яуланы. Ә әлеге маҡсаты – ҡулдары менән 8848 м. саҡрым юл үтеү.
“Кем уйлаған, 2020 йылда Эльбрусты яулаған Рөстәм алты йылдан һуң донъяның иң бейек нөктәһенә күҙ һаласағын. Алда беҙҙе уникаль сәйәхәт көтә. Мин был юлға аңлы рәүештә һәм үҙ-үҙем менән килешеү буйынса барам”, – тип яҙған ул самолетҡа ултырғансы.
Ике айға киткән блогер барлыҡ юридик мәсьәләләрҙе хәл итеүен хәбәр иткән.“Һәр ваҡыт тауға юлланғанда, васыятнамә яҙам. Ундағы хәүефлелекте аңлап, аҙағы бик күңелһеҙ тамамланырға мөмкин икәнен дә беләбеҙ. Сөнки беҙҙән генә тормаған әйберҙәр бар. Мин үлергә китәм тигән һүҙ түгел, был миңә тыныслыҡ биргән бер төрлө һаҡлыҡ сараһы".
Был артылышын улы Таирға бағышлай. Рөстәмгә уңыштар, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Фото: башинформ