

Ҡайһы ергә булһа ла ялтырауыҡлы йәки башҡа шундай күҙгә бәрелеп торған әйберҙе тағыу, “кешенең иғтибары шул әйбергә тартылып күҙ тимәҫ” тигән ышаныуҙарға нигеҙләнгән. Был ысул менән балаларҙы яуыз күҙҙән һаҡларға тырышалар.
Ләкин күҙ тейеүгә ҡаршы иң яҡшы сара һәм дауа – Ҡөрьән Кәримдән сүрәләр уҡыу. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләлаһу ғаләйһи вә сәлләм һәм уның сәхәбәләре заманында был ысул уңышлы ҡулланылғаны мәғлүм. Ғәҙәттә, күҙ тейеүгә ҡаршы “Фатиха”, “Ихлас”, “Фәләҡ”, “Нәс” сүрәләре, “Аятел-Көрси” һәм “Ҡәләм” сүрәһенең 51-се аяты уҡыла.
Фото: https://ya.ru/images/s