

“Аллаһы Тәғәлә биргән матурлыҡ менән йәшәргә кәрәк”, “Һәр йәштең үҙ төҫө, үҙ матурлығы була, ҡайҙа сабаһығыҙ”, “Шундай йәмһеҙ итеп буяндырғандар, Динә апай, һеҙ үҙегеҙ ҙә бик матурһығыҙ бит”, “Мин дә 63 йәштәмен, һеҙгә оҡшарға теләп, гел һоҡланып ҡарай инем. Ә бында артығы киткән”. “Клон заманы килде”, – тигәнерәк комментарийҙарын ҡыҙғанмаған халыҡ.
Йырсының иһә был һүҙҙәргә бер ҙә иҫе китмәгән. “Гел йәшлектә кеүек һаман әле, шаяраһы, көләһе килә. Нисә йәш тип һорамағыҙ, зинһар. Килә минең “18-ем тулды”, – тиәһе”, – тип яҙып ҡалдырған шаян Динә ханым.
Фото: https://vk.com/public214692206