

Бәрәңге, дөгө, макарон аҙыҡтарын һалҡын килеш ашарға кәрәк икәнен белә инегеҙме? Был ризыҡтарҙа крахмал һәм углеводтар күп. Улар ҡандағы шәкәрҙе ҡапыл күтәрә. Ә һалҡын килеш ашаһаң, шәкәр тиҙ күтәрелмәй һәм эсәктәрҙең эшмәкәрлегенә лә йоғонтолары яҡшы була. Ризыҡтар һыуынғас, крахмал клетчатка кеүек үҙләштерелә, аш эшкәртеү яҡшыра. Калорий ҙа аҙыраҡ була.
Ашарға һыуына, тиҙерәк сыҡ, тип хафаланмаҫҡа ла ярай икән