+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән
15 Апреля , 07:30

Ниндәй ашламалар ҡулланаһығыҙ?

Яҙ етте, баҡсасылар билде биштән быуып эшкә тотондо. Йомортҡа ҡабығы Йомортҡа ҡабығы - бик шәп органик ашлама. Ул айырыуса баклажан, борос, ҡауын, ҡарбуз, сөгөлдөргә ныҡ килешә. Шулай уҡ ваҡланған йомортҡа ҡабығын емеш ағастары төбөнә, роза ҡыуаҡтары аҫтына һалалар.

Ниндәй ашламалар ҡулланаһығыҙ?Ниндәй ашламалар ҡулланаһығыҙ?
Ниндәй ашламалар ҡулланаһығыҙ?

Һуған ҡабығы

Кипкән һуған ҡабығы боҙолмай ҙа, серемәй ҙә. Уны ҡыш дауамында сепрәк йә полиэтилен тоҡсайҙарға һалып барғанһығыҙҙыр, моғайын. Ҡабыҡтағы фитонцидтар зыян күрһәтеүсе бөжәктәргә, төрлө ауырыуҙарға ҡаршы ярҙам итә. Мәҫәлән, һуған ҡабығының төнәтмәһен ҡарағат ҡыуаҡтарына, ҡыяр япраҡтарына һиптереү яҡшы һөҙөмтә бирә. Ҡарағатты ул - ауланыуҙан, ҡыярҙарҙы - япраҡтары иртә һарғайыуҙан ҡотҡара.

Һуған ҡабығының төнәтмәһен йәшелсәләргә һибеү ҙә уларҙың уңышын күтәрә. Ул бигерәк тә помидорға ныҡ килешә. Шулай уҡ баҡса еләген ҡоролоҡтан һәм артыҡ һыуҙан һәм иң мөһиме - еләктәрҙең төп дошманы булған оҙонморондан (долгоносик - ҡоротҡос ҡуңыҙ) һаҡлай. Картуф ултыртҡанда ояға, тирә-яғына һуған ҡабыҡтарын һалығыҙ. Был картуфты ҡаты ҡорттан (проволочник) һаҡлаясаҡ.

Картуф ҡабығы

Картуф ҡабығы крахмалға бай. Уны ҡарағат бик ныҡ ярата. Картуф ҡабығы менән ашланған ҡарағат бик эре емештәр биреүе менән айырыла, Ҡабыҡтарҙы ҡыуаҡтары аҫтына күмергә йәки ҡабыҡтар өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, һыуынғас ҡыуаҡтарға һибергә мөмкин.

Картуф ҡабығын ҡыяр һәм кәбеҫтә ултыртҡанда ҡулланыу ҙа мул уңышҡа булышлыҡ итә. Бының өсөн кипкән ҡабыҡтарҙы ебетергә, уны турап бутҡа ҡуйылығына еткерергә кәрәк. Ҡыяр һәм кәбеҫтәне ултыртыр һәр урынға ошо “бутҡа” һалына, унан тупраҡ менән күмелә, өҫтөнә инде йәшелсә үҫентеләре ултыртыла.

Цитрус ҡабыҡтары

Лимон, апельсин, мандарин ҡабыҡтарын күптәр киптерә. Ғәҙәттә, уларҙы сәйгә өҫтәп, хуш еҫле, кәйефтәрҙе күтәргән эсемлек әҙерләйҙәр. Баҡсала иһә цитрус ҡабыҡтары күп ҡоротҡостарҙың, айырыуса үҫемлек беттәренең (тля) дошманына әүерелә.

1 кг цитрус ҡабыҡтарын ит турағыс аша үткәреп, 3 литрлыҡ банкаға һалырға ла, өҫтөнә һыу ҡойоп 5 көнгә ҡараңғыға ҡуйырға. Артабан һөҙөп алырға ла, 10 литр һыу менән бутарға. 40 грамм тирәһе кер һабыны өҫтәһәң, төнәтмә тағы ла файҙалыраҡ була.

Фото: botanichka.ru

Автор:
Читайте нас