

Һауыт-һаба йыуыу. Гәрсис порошогы һалҡын һыуҙа ла ныҡ майлы һауыт-һабаны таҙартыу сифатына эйә. Ул тулыһынса тәбиғи, экологик йәһәттән саф продукт, шуға күрә зыяны ла юҡ.
Кер йыуыу. Керҙе ҡул менән йыуған осраҡта 50-100 грамм тирәһе гәрсис порошогын ярты тас йылы һыуҙа иҙеп, ныҡ бысранған, майлы, таплы кейемдәрҙе алдан ебетергә ҡуйығыҙ. Машина менән йыуған осраҡта гәрсисте кер араһына һибегеҙ йәки аҙ ғына йылымыс һыуҙа ебетеп, кер өҫтөнә ҡойоғоҙ.
Тап бөтөрөү. Кейемдәге тапты тәүҙә ҡоро гәрсис менә ышҡығыҙ, артабан бутҡа рәүешендә иҙелгән гәрсис һылап, ярты сәғәт самаһы һалып тороғоҙ һәм йылы һыуҙа йыуып алығыҙ. Кизе-мамыҡ туҡымалағы таптарҙы ауырыраҡ сығара, ә башҡа төрлө туҡыма өсөн был – бик һөҙөмтәле сара.
Баҡсала ҡулланыу. Ҡарышлауыҡ, бетсә, үрмәксе талпаны, кәбеҫтә ҡортонан ҡотолоу өсөн 100 грамм порошокты 10 литр һыуҙа иҙеп һиптерегеҙ. Тупраҡты төрлө ҡоротҡостарҙан арындырыу өсөн ҡоро гәрсисте бөжәктәр тупланған ергә һибергә кәрәк.
Матурлыҡ өсөн. Майлы сәсте гәрсис менән йыуыу бик яҡшы һөҙөмтә бирә. Бының өсөн һыулы сәс төбөнә гәрсис иҙмәһе һылап, күпмелер ваҡыт көтөргә кәрәк. Гәрсис баштағы ҡыуаҡты ла яҡшы бөтөрә.
Гөлдәр Яҡшығолова.
Фото: https://ya.ru/images/
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-03-30/g-rsis-t-rl-taptar-y-sh-p-b-t-r-4631843