

🔹Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Психолог булараҡ аңлатам:
Үҫмер өсөн ябай ғына күренгән «ҺИН» һүҙенән башланған һөйләм — ул һөжүм итеү билдәһе. Беҙ был һүҙ аша уны ғәйепләйбеҙ. Уның мейеһе шул секундта уҡ сигнал бирә: «Хәүеф! Һаҡлан!» Һөҙөмтәлә ул үҙен яҡлар өсөн йә ҡаршы һүҙ әйтә, йәки ҡабығы эсенә бикләнә.
🔹Нимә эшләргә?
Психологияла бының бик ябай дауаһы бар. Ул — «Мин-хәбәр» (Я-сообщение) ҡулланыу. «Һин» тиеү урынына «Мин» тип үҙ хистәрегеҙҙе генә белдерегеҙ.
❌ «Һин өйҙө йыйыштырмағанһың!» урынына
✅ «Мин бөгөн ныҡ арып ҡайттым, өйҙәге күренешкә кәйефем ҡырылды... Миңә ярҙам ит инде, йыйыштырып ал».
Айырманы һиҙәһегеҙме? Икенсе осраҡта беҙ баланы ғәйепләмәйбеҙ, ә үҙ хәлебеҙҙе аңлатабыҙ. Был үҫмерҙә ғәйепләү түгел, ә ярҙам итеү теләге уята.
Ошо ысулды ҡулланып ҡарағыҙ әле.
Ә һеҙ асыуланғанда йышыраҡ ниндәй һүҙҙәр ҡулланаһығыҙ? Комментарийҙарҙа бүлешегеҙ, бәлки, уларҙы ла йомшартып әйтеү юлын табырбыҙ!
Гөлнара Мостафина, психолог.
Фото: mel.fm