+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
21 Апреля , 04:15

Көнләшеү - яратыумы?

Нишләптер кешеләр аңына: «Көнләшә, тимәк, ярата», - тигән фекер һеңгән. Ә ул саҡта ни нәмә һуң ул, мөхәббәт? Баш юғалтырлыҡ, күҙ сағылдырырлыҡ көслө тойғо ғынамы? Күптәр уны шулай аңлай ҙа. Йәғни икһеҙ-сикһеҙ ләззәт, шатлыҡ тип ҡабул итә. Эйе, ысынлап та, һөйөү хистәре беҙҙең йөрәгебеҙҙе һөйөндөрә, күңелебеҙҙе яҡтырта, байыта, илаһи күктәргә сөйә!…

Көнләшеү - яратыумы?Көнләшеү - яратыумы?
Көнләшеү - яратыумы?
Мөхәббәт кеше хистәренең иң-иң мәкерһеҙе, сафы иҫәпләнә. Үсәнеү, көнсөллөк, нәфрәтләнеү кеүек түбән тойғолар менән был хис бер нисек тә яраша алмай. Тимәк, һөйөү - ул бәхет. Ә көнләшеү - бәхетһеҙлек, драма, хатта фажиғә булыуы ла мөмкин. Әгәр ҙә хәл киреһенсә булһа, ни өсөн кешеләр, әйтәйек, Отеллонан өлгө яһамай? Мавр, йәнәһе, Дездемонаны тап яратҡан өсөн көнләшеп үлтергән! Ни хаҡында иҫкәртә был әҫәр кешеләрҙе? Һәм ни өсөн Шекспир киҫәтеүен нисәмә быуын уҡыусы дөрөҫ аңламай?
...Мавр һөйөү хаҡына бер ни ҙә эшләмәй, ҡыл да ҡыбырлатмай. Ул үҙенең көсһөҙлөгөнә асыулана, ярһый, йонсоу кәйефенең емергес тәьҫиренә буйһоноп, енәйәт эшләй… Минеңсә, һөйгән кешеләр үҙен берәүгә лә көсләп таҡмай, ҡурҡытмай, ялынмай, янамай, үс алмай. Сөнки һөйөү — ул яҡтылыҡ. Нәфрәт иһә — ҡараңғылыҡ. Көнсөллөк көсһөҙҙәр һәм шуға ла көнсөлдәр юлдашы. Һөйөү — ғашиҡтар ҡояшы.
 
 
Сөмбөл.
Автор:
Читайте нас