+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән
23 Апреля , 06:20

Милананың йондоҙло сәғәте

Элвин Грей Ырымбурҙағы концертында өс йәшлек ҡыҙыҡай менән йырлаған. Артист ҡыҙыҡлы видеояҙма менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлаша. Милана концерт ваҡытында үҙ сәхнәгә йүгереп сыҡҡан. Артист уның менән аралашып, бергәләп йырларға тәҡдим итә. Йырсының ижады менән яҡшы таныш булған ҡыҙыҡай шунда уҡ «Татарка» йырын йырлап ебәрә һәм кисәнең ысын йондоҙона әүерелә. Тамашасылар уға оҙаҡ алҡышлай. Ә Элвин Грей автографлы футболка бүләк итә.

Милананың йондоҙло сәғәтеМилананың йондоҙло сәғәте
Милананың йондоҙло сәғәте

«Өс йәштә сәхнәгә сығып, йырлап тороу — был иҫ киткес. Һинең ата-әсәйеңә рәхмәт», — тигән Элвин Грей.

Фото: башинформ.

Автор:
Читайте нас