

Был беҙҙең төбәктә апрелгә хас күренеш: яҙ бер аҙым алға баҫа, ике аҙым артҡа сигенә. Арктик һауа циклон тылына үтеп инә һәм көтөп алған йылы урынына һалҡындар килә.
Күреүебеҙсә, яҡын көндәргә фараздар өмөт бирә, әммә тиҙ генә йәй вәғәҙә итмәй. Яҙғы-йәйге осорға рәсми фаразға ҡарағанда, апрелдә уртаса температура +4, +6° булырға тейеш.
«Фобос» үҙәге фараздары буйынса, май башында ғына температура үҙгәрә. 1 майҙа уҡ республикала көндөҙ температураның +17°, ә 2 майҙа +20° тиклем күтәрелеүе мөмкин.
Рәсәй Гидрометүҙәгенең оҙайлы фараздары Башҡортостанда йылы, әммә ямғырлы йәй вәғәҙәләй. Температура өс ай буйына «нормаға ярашлы йәки норманан юғарыраҡ» булмаҡсы.